10 декабрь, Шәмбе

05 октябрь 2009 йыл, 18:05

Германия менән Башҡортостан араһында дуҫлыҡ арта

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә ГФР-ҙың сит ил эштәре министры урынбаҫары Гернот Эрлерҙан хат килде. Ул Германия-Башҡортостан Дуҫлыҡ йәмғиәтенең 40 йыллығы һәм дуҫтарса аралашыуҙың 45 йыллығы менән ҡотлаған. Хатта шулай тиелә:

       "Хөрмәтле Президент әфәнде!

       Һеҙгә Германия Федератив Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе әүҙем яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

       Германия менән Рәсәйҙе бөгөн сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм ижтимағи өлкәләрҙә әүҙем хеҙмәттәшлек бәйләй. Дәүләттәребеҙ араһында уҡыусылар менән алмашыуҙан алып күп миллионлыҡ сауҙа-иҡтисади контракттар төҙөүгә тиклем үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттәр урынлаштырылған.

       Хәҙерге донъяла беҙ даими рәүештә яңынан-яңы ҡаршылыҡтарға осрап торабыҙ, уларҙы ҙур һигеҙ ил һәм БМО буйынса партнерҙарыбыҙ менән бергә килешеп кенә еңеп сығырға мөмкин. Бында Германия менән Рәсәй стратегик хеҙмәттәшлектән ике яҡҡа ла файҙа алыуға өлгәшкән партнерҙар булып тора. Ҙурыраҡ һөҙөмтәгә ирешеү өсөн әле булһа осрап торған хөрәфәттәрҙе еңеп сығырға, дөйөм ҡиммәттәрҙе билдәләргә һәм бойомға ашырырға бер-береңдән өйрәнергә кәрәк. Гражданлыҡ йәмғиәте өлкәһендә аралашыу бәйләнеш урынлаштырырға һәм шулай итеп үҙ-ара аңлашыуҙы яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Һалле һәм Өфө кеүек, ҡалалар араһында туғандарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыу быға өлгө булып тора ла.

       Германия менән Башҡортостан араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе артабан да нығытырбыҙ, тип ышанам".