9 декабрь, Йома

05 октябрь 2009 йыл, 18:05

Өфөлә "Медицина" күргәҙмәһе үтә

автор: Елена Макушина

       6-8 октябрҙә Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында "Медицина" 18-се Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе үткәреләсәк. Уны ойоштороусылар — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы,"БашЭКСПО" күргәҙмәләр үҙәге, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында "Медтехника" дәүләт унитар предприятиеһы. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күргәҙмә саралары араһында Өфө күргәҙмәһе Урал-Волга буйында иң ҙур һәм әһәмиәтлеләрҙән һанала. Ул 1995 йылда Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр Союзы Билдәһенә лайыҡ булды һәм йылдан-йыл үҙенең юғары статусын раҫлай.

       Быйыл күргәҙмәлә барлығы 120-нән ашыу компания ҡатнашасаҡ, уларҙың 70 проценты тиерлек медицина ҡорамалдары, приборҙар, инструменттар, төрлө материалдар һәм фармацевтика продукцияһы етештерә. Ҡатнашыусылар һаны 13000-дән ашыу, улар араһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙең эшҡыуарлыҡ структураһы вәкилдәре бар.

       Экспозиция 3000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Экспоненттар иҫәбендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Волгоград, Екатеринбург, Һамар, Силәбе, Киров, Новосибирск ҡалалары, Рязань, Тамбов өлкәләре, шулай уҡ Украина, Польша, Австрия, Германия, Канада, Франция, Швейцария, Япония һәм АҠШ вәкилдәре.

       Традиция буйынса "Медицина" күргәҙмәһе сиктәрендә ҙур эшлекле программа алып барыласаҡ. Ул башлыса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан үткәреләсәк 12 ғилми-ғәмәли конференцияларға ҡоролған. Уларҙың эшендә Рәсәйҙең алдынғы фәнни үҙәктәре ғалимдары һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге билдәле белгестәр ҡатнашасаҡ.