Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

4 октябрҙәге һайлау йомғаҡтары буйынса брифинг үтте

Сәйәсәт

       Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында уның рәйесе Рәмил Мәзитовтың 4 октябрҙә республикала үткән һайлау йомғаҡтары буйынса брифингы үткәрелде.

       Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау республиканың 31 районында үтте. Улар иҫәбенә Белорет, Бөрө ҡала биләмәләре Советтары депутаттарын һайлау, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутатын өҫтәмә һайлау һәм бер муниципаль районда ауыл биләмәһе Советы депутатын ҡабаттан һайлау инде.

       Тауыш биреү үткәреү өсөн 180 һайлау участкаһы төҙөлдө, ә тауыш биреү өсөн исемлеккә 123784 һайлаусы индерелде. Әбйәлил, Ейәнсура, Күгәрсен, Әлшәй, Мәсетле, Белорет, Тәтешле, Бүздәк, Хәйбулла, Илеш, Шаран һәм Яңауыл муниципаль райондары һайлаусылары айырыуса әүҙемлек күрһәтте.

       — Тауыш биреү көнөндә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттарҙан һәм һайлаусыларҙан бер ялыу ҙа булманы, — тип билдәләне Рәмил Мәзитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть