4 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2009 йыл, 18:02

"Полиэф"та эш процесын камиллаштыралар

автор: Ольга Горюнова

       "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эш процесын камиллаштырыу бара. Предприятие етәкселеге фекере буйынса, был йәмғиәттең производство-финанс эшмәкәрлеге күрһәткестәрен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

       Камиллаштырыу буйынса алып барылған эштең асылы ябай. Предприятие етәкселеге юғары һөҙөмтәле һәм аҙ сығымдар талап иткән процестарҙы ойоштороу иҫәбенә "һаҡсыл производство" принцибын индерергә ынтыла.

       Предприятиеның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, көсәйтеү талап иткән йүнәлештәр билдәләнгән дә инде. Был әҙер продукцияны етештереү кимәлен күтәреү һәм сеймал, реагенттар, энергоресурс сығымдарын, ремонт сроктарын, дебитор бурыстарын кәметеү, склад запастарын оптимизациялау. Шулай уҡ предприятиела эш процесын камиллаштырыу буйынса һөҙөмтәле һәм ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырылған тәҡдим индереүселәрҙе дәртләндереү системаһы ла булдырыласаҡ.