2 декабрь, Йома

05 октябрь 2009 йыл, 17:59

Элекке "Горас" заводы урынында яңы йорттар төҙөләсәк

автор: Любовь Колоколова

       Өфөлә элекке тау ҡорамалдары заводы территорияһында күп ҡатлы йорттар төҙөләсәк. Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ике бейек башня проекты әҙерләнгән.

       Архитекторҙар хәбәр итеүенсә, күп ҡатлы башнялар Октябрь революцияһы, Зәки Вәлиди урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә урын аласаҡ. Яңы комплекста ижтимағи-сауҙа зонаһы һәм 50 метрлыҡ бассейны менән спорт үҙәге төҙөләсәк. Башняларҙың береһе биш йондоҙло отель буласаҡ. Ер аҫты машиналар ҡуйыу урыны ла ойоштороласаҡ.