3 декабрь, Шәмбе

05 октябрь 2009 йыл, 17:58

Республика йәштәре үҙ-ара аңлашыуға ынтыла

автор: "Башинформ".

       1 октябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында республиканың йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре "Майҙан" дискуссия клубы ултырышын үткәрҙе. Бөгөнгө башҡорт йәштәренең актуаль проблемалары, туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау буйынса дискуссияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, республиканың халыҡ шағиры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Комитеты рәйесе Рауил Бикбаев, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов, философия фәндәре докторы, профессор Фәнил Фәйзуллин, юридик фәндәр докторы, профессор, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Комитеты рәйесе Зөфәр Еникеев, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Фәүзил Маликов ҡатнашты.

       Улар үҙ сығыштарында милиция һәм федераль именлек хеҙмәте органдарының йәмәғәт һәм йәштәр ойошмаларын ҡыҫырыҡлауҙарын, йәштәрҙе экстремизмда ғәйепләп, йыш ҡына хатта ҡулға алыу, енәйәт эштәре ҡуҙғатыу кеүек саралар күреүҙәренең нигеҙһеҙлеген билдәләне. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ йәштәрҙе әүҙем, берҙәм булырға, аҡыл менән эш итергә саҡырҙы.

       Шул уҡ ваҡытта республика йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Виктор Палагин менән осрашыуы ҡайһы бер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүе билдәләнде.

       Сараны тамамлап, БР йәмәғәт ойошмаларынан Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевҡа, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа мөрәжәғәт ҡабул ителде.