Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев "Асы" шифиханаһында кәңәшмә үткәрҙе

Сәйәсәт

       1 октябрҙә "Асы" санаторийында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев шифахананың икенсе сираты объекттарын төҙөү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

       Премьер-министр объекттың әҙер булыу срогын билдәләне — 12 октябргә. Был датаға дауалау-диагностика комплексы кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителергә, ә административ комплексты 300 урынлыҡ ашхана менән тоташтырыусы йылы бина төҙөлөп бөтөргә тейеш.

       Быйыл бында бер юлы өс объект файҙаланыуға тапшырылырға тейеш: дауалау-диагностика блогы, административ бина һәм буш ваҡытты үткәреү үҙәге. Был шифахана төҙөлөшөнөң һуңғы этабы. Өс корпусты сафҡа индереү менән шифахана комплексы тулыһынса әҙер буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть