5 декабрь, Дүшәмбе

02 октябрь 2009 йыл, 17:47

Халыҡты һаҡлап ҡалыу стратегияһы М. Рәхимов

автор: "Башинформ".

       Бөгөн Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш райондарында һәм Мәләүез ҡалаһында Республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышы бара. Республика Советы күсмә ултырышының девизы — "Халыҡ һаулығы — Башҡортостандың төп байлығы".

       Түбәндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған мәҡәләһенән өҙөк бирәбеҙ.

       "Һәр кеше тормошонда иң ҡәҙерлеһе — һаулыҡ. Шуға күрә республика халҡының һаулығын һаҡлау өсөн тейешле шарттар булдырыу беҙҙең мөһим стратегик бурыс булып тора.

       Ҙур ижтимағи үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырыу хәҙерге Башҡортостандың үҫешендә төп этапҡа әүерелде. Республиканың үҙаллылығы артыуы, вәкәләттәренең киңәйеүе иҡтисади үҫеште, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тормошҡа ашырыуҙы эҙмә-эҙлекле тәьмин итеү мөмкинлеген бирҙе, йәмәғәт тормошоноң бөтә яҡтарына тиерлек ҡағылған сифатлы системалы үҙгәрештәр өсөн көслө этәргес булды. Хәҙер республикабыҙ — илдең төп, таяныс төбәктәренең береһе. Тулайым төбәк продукты күләме, сәнәғәтте, ауыл хужалығын, төҙөлөш һәм транспортты үҫтереү буйынса Башҡортостан тәүге тиҫтәлә. Ул Федерация бюджетының килем өлөшөнөң өҫтән ике өлөшөнән күберәген тәьмин итеүсе бер нисә субъект иҫәбенә инә. Ҡала һәм ауылдар үҙгәрҙе, кешеләрҙең йәшәү кимәле һиҙелерлек үҫте һәм сифаты яҡшырҙы.

       Республика һаулыҡ һаҡлау системаһындағы етди үҙгәрештәр ҙә ҡеүәтле иҡтисади потенциалды тәьмин итә. Уның нигеҙенә дәүләт характерында булыу, түләүһеҙ медицина ярҙамы һәм уға һәр кемдең эйә булыу мөмкинлеге, профилактик йүнәлеш, фән менән практиканың бәйләнеше кеүек принциптар һалынған.

       Халыҡтың һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре республика етәкселеге эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренә инә. 2010 йылға тиклем республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын һәм медицина фәнен үҫтереү һәм реформалау концепцияһын раҫлау мөһим ваҡиға булды. Һаулыҡ һаҡлау системаһының норматив-хоҡуҡи базаһы камиллаша. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм медицина тәьминәтенең социаль характерҙағы ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш, наркоманияны иҫкәртеү, юғары медицина технологияларын үҫтереү кеүек киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә ҡағылышлы айырым маҡсатлы программаларҙың ҙур пакеты әҙерләнгән.

       Демографик үҫештең түбәнәйеүенә юл ҡуймауға, үлем кимәлен түбәнәйтеүгә, кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығын арттырыуға, тыуымды үҫтереүгә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың һаулығын һаҡлауға, күп балалы һәм тулы булмаған балалы ғаиләләргә матди ярҙамды көсәйтеүгә айырым иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа Федераль үҙәк тарафынан иғлан ителгән "халыҡты һаҡлап ҡалыу" идеяһы республикала күптән инде тормошҡа ашырыла!

       Йыл һайын һаулыҡ һаҡлауҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Республика Советының күсмә ултырыштарын үткәреү тармаҡты модернизациялауҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Уларға әҙерлек осоронда заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауаханалар, поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары реконструкциялана һәм төҙөлә. Һуңғы йылдарҙа ғына республика ауыл райондарының өстән бер өлөшөндә дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһы ярайһы уҡ яҡшырҙы.

       Ошо йылдарҙа республикала балаларҙың һаулығын тыуғандан алып 18 йәшкә тиклем күҙәтеүҙең берҙәм системаһы ойошторолдо. Уның төп принциптары — иҫкәртеү, этаплылыҡ һәм күсәгилешлелек. Йөклө, бала табасаҡ һәм бала табыусы ҡатындарға, гинекология сирҙәренән яфаланыусыларға һәм сабыйҙарға ашығыс ярҙам күрһәтеү һәм мониторинг системаһы яйға һалынды.

       Шифахана-курорт хеҙмәте йылдам үҫә. Йыл һайын уларҙа 130 мең самаһы кеше һаулығын нығыта. Һуңғы йылдарҙа бер нисә ҙур заманса шифахана яңынан төҙөлөп сафҡа инде.

       "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыу һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә етди этәргес бирҙе. Яңы финанс сәйәсәте — тәүге звено һәм ашығыс ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр ҡулланыу, хеҙмәтте дәртләндереүҙең яңы алымдарын ғәмәлгә индереү һөнәрҙең абруйын арттырыуға килтерҙе — тармаҡҡа кадрҙар ағыла башланы. Бөтә амбулатория-поликлиника учреждениелары тип әйтерлек заманса рентгенология, ультратауыш, лаборатория, эндоскопия ҡорамалдары менән ҡайтанан йыһазландырылды. Ашығыс ярҙам автопаркы 70 процентҡа яңыртылды.

       Дарыуҙар менән тәьмин итеү һаулыҡ һаҡлауҙың һөҙөмтәле эшен ойоштороуҙың мөһим звеноларының береһе булып тора. Был эш өс төп йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: республика халҡын дарыухана учреждениелары аша дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге изделиелар менән тәьмин итеү; Граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы дауалау-профилактика учреждениеларында дарыуҙар менән ярҙам; граждандарға дәүләт социаль ярҙам күрһәтеү сиктәрендә амбулатор дауалау.

       Һаулыҡ һаҡлау — Башҡортостандағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөгө ул. Һәм был лозунг түгел, ә ысынбарлыҡ. Граждандарға медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереүгә инвестициялар дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, заманса һөҙөмтәле технологияларҙы ғәмәлгә индереүгә, тармаҡтағы кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеүгә, төп маҡсат — халыҡ сәләмәтлегенең төп күрһәткестәрен яҡшыртыуға өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

       Дөйөм алғанда, беҙҙә заманса матди базаға һәм квалификациялы кадрҙарға эйә булған йыйнаҡ һаулыҡ һаҡлау системаһы ойошторолдо. Үткән осорҙағы мөһим ҡаҙаныштар һаҡлап ҡалынды һәм үҫтерелде. Халыҡҡа ғәмәлдәге ҡануниәт менән билдәләнгән күләмдә һәм сифатта медицина ярҙамы тәьмин ителде, йылдам ижтимағи-иҡтисади үҙгәрештәргә яраҡлашып, донъя финанс көрсөгө шарттарында һөҙөмтәле эште дауам итә алдыҡ. Федераль үҙәк тарафынан Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлауҙың ил буйынса яҡшылар иҫәбендә тотороҡло билдәләнеүе осраҡлы түгел.