7 декабрь, Шаршамбы

02 октябрь 2009 йыл, 17:46

Йәмәғәт ойошмалары лидерҙары Виктор Палагин менән осрашты

автор: "Башинформ"

       Кисә Өфөлә Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, "Мираҫ" йәштәр мосолман ойошмаһы, "Күк бүре" башҡорт ижтимағи хәрәкәте һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары лидерҙары РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Виктор Палагин менән осрашты.

       Осрашыуҙың сәбәбе булып 29 сентябрҙә үткән республика йәштәр йәмәғәт ойошмалары пикеты хеҙмәт итте. Унда ҡатнашыусылар РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһенә башҡорт йәштәрен борсоған проблемаларҙы, көс структуралары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе түңәрәк өҫтәл артында тикшереүҙе һорап хат ебәрҙе.

       Ике сәғәт буйына барған һөйләшеү конструктив юҫыҡта үтте. Виктор Палагин йәштәр милли берләшмәләре вәкилдәренең һуңғы ваҡытта көс структураларының был ойошмаларға ҡарата эш итеүенә дәғүәләренең нигеҙле булыуын таныны. Ул РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре күргән ҡайһы бер сараларҙы квалификацияһыҙ тип баһаланы һәм үҙ эштәрендәге ҡатмарлылыҡтарға, етешһеҙлектәргә һылтанды.

       Виктор Палагин фекеренсә, был йәмәғәт ойошмалары алып барған эш экстремизмға йәлеп итмәү генә түгел, киреһенсә, уға, йәмғиәттәге тотороҡһоҙлоҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтә. Һөҙөмтәлә яҡтар киләсәктә бөтә килеп тыуған проблемаларҙы үҙ-ара аңлашып һәм түҙемле хәл итергә килеште.