10 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2009 йыл, 17:45

Мобилизацияға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       1 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Тулала мобилизацияға әҙерлек мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе эшендә ҡатнашты.

       Федераль башҡарма власть органдары етәкселәре һәм Рәсәй төбәктәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы уҡыу-уҡытыу-мобилизация йыйыны Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин рәйеслегендә үтте.

       Илдәге мобилизацияға әҙерлек торошо һәм дәүләттең мобилизацион әҙерлеген күтәреү бурыстары уҡыу-уҡытыу- мобилизация йыйынындағы фекер алышыуҙа төп темалар булды.