4 декабрь, Йәкшәмбе

02 октябрь 2009 йыл, 17:44

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре бизнесты дөрөҫ алып барырға өйрәтәсәктәр

автор: Эльвира Латипова

       Өфөлә "Сауҙа эволюцияһы-2009. Һеҙҙең бизнестың йәшерен мөмкинлектәре" семинары үтәсәк. Был сауҙа ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре өсөн тәғәйенләнгән бушлай мәғлүмәти сара. 14 октябргә билдәләнгән семинар инде иҫәбе буйынса алтынсыһы буласаҡ.

       Был даими мәғлүмәти проект Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм "Сауҙа проекты" компанияһы ҡатнашлығында бойомға ашырыла.

       БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинар программаһы төрлө темаларҙы солғап ала: реклама бюджетын төҙөү ҡағиҙәләре, килемде арттырыу серҙәре, персоналды өйрәтеү һәм башҡалар.

       Семинар Башпотребсоюзда үтәсәк.