9 декабрь, Йома

02 октябрь 2009 йыл, 17:43

Грант алыусы уҡытыусыларҙы хөрмәтләйәсәктәр

автор: Эльмира Сабирова

       Шәмбе, 3 октябрҙә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2009 йылғы иң яҡшы педагогтарҙы хөрмәтләйәсәктәр.

       Дүртенсе йыл рәттән Рәсәйҙә үҙ профессиональ байрамдары алдынан 10 мең иң яҡшы уҡытыусы федераль бюджеттан 100 мең күләмендә аҡсалата дәртләндереү ала. Шуларҙың 377-һе — беҙҙең төбәк педагогтары.

       Иң яҡшы уҡытыусыларҙы конкурста һайлап алыу "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә үтә. Быйыл был конкурстың республика этабында 629 педагог ҡатнашты.

       Бойондороҡһоҙ экспертиза һөҙөмтәләре буйынса рейтинг ойошторолдо һәм 377 еңеүсе билдәләнде. Улар барыһы ла үҙ эшендә заманса белем биреү технологияларын файҙалана, үҙ педагогик тәжрибәһен дөйөмләштерә һәм тарата, муниципаль, төбәк һәм федераль профессиональ конкурстарҙа ҡатнаша, квалификацияһын һәм профессиональ әҙерлеген күтәрә, класс етәкселәре булып тора.

       Республиканың иң яҡшы уҡытыусылары иҫәбендә 242 — ауыл еренән һәм 135 ҡала мәктәптәренән педагогтар.

       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йылда республиканың инновацион белем биреү программаларын индереүсе 1089 уҡытыусыһы грант алды.