Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡораллы Көстәргә көҙгө саҡырыу башлана

Сәйәсәт

       Бөгөн Рәсәй Армияһына көҙгө саҡырыу башлана. РФ Оборона министрлығы разнарядкаһына ярашлы, Башҡортостан көҙ Ҡораллы Көстәргә 11 меңдән ашыу кеше ебәрергә тейеш. Был һандан Ҡоро ер ғәскәрҙәре соединениеларын һәм частарын комплектлауға — 4700 самаһы, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә — 1200, Хәрби-һауа көстәренә — 1100, Һауа-десант ғәскәрҙәренә — 300, Хәрби-диңгеҙ флотына — 200, РФ Оборона министрлығының башҡа ғәскәрҙәренә һәм көстәренә — 1800, Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәрби частарына 1800 самаһы кеше талап ителә.

       Беренсе сиратта өлкән саҡырыу йәшендәге һәм кисектереү менән файҙаланған граждандар саҡырыласаҡ. Республиканың ҡуйылған бурысты уңышлы үтәү өсөн бөтә мөмкинлектәре бар: 2009 йылғы яҙғы саҡырыу барышында Ҡораллы Көстәргә һәм башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби формированиеларына 10900 егет оҙатылды, ә 11075 гражданға хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында ҡарар кире ҡағылды. Йәғни яҙғы саҡырыу кампанияһы осоронда республиканың икеләтә резервы бар ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть