Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Мостай Кәримдең 90 йыллығына арналған театр фестивале

Йәмғиәт

       Башҡортостан баш ҡалаһында 14 октябрҙән 20-һенә тиклем башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика театр фестивале үтәсәк. Унда республиканың бөтә театрҙары ҡатнашасаҡ, уларҙың һәр береһе Мостай Кәримдең әҫәре буйынса спектакль күрһәтәсәк.

       БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль көндәрендә өфөләргә 16 театраль-музыкаль тамаша тәҡдим ителәсәк. Улар араһында милли театр сәнғәте классикаһына әйләнгән спектаклдәр — "Ай тотолған төндә", "Ташлама утты, Прометей" трагедиялары, "Ҡыҙ урлау" комедияһы, "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" драмаһы, "Театр яҙы-2009" республика фестивалендә иң яҡшы тип танылған "Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған "Луна и листопад"" драмаһы һәм башҡалар.

       Фестивалде асыу тантанаһы 14 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында үткәрелә. Был көндө тамашасылар театрҙың башҡорт труппаһы башҡарыуында "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектаклен ҡарай аласаҡ.

       Фестиваль Йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөндә — 20 октябрҙә тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть