3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2009 йыл, 16:44

Газға тарифтар күтәрелде

автор: Марият Артюхова

       1 октябрҙән илдә тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтары күтәрелә. Быйылғы йылда зәңгәр яғыулыҡҡа тарифтар дүртенсе тапҡыр инде арттырыла.

       Хәҙер иҫәпкә алыу приборҙары булғанда бер кубометр газ ҡулланыу 2 һум 48 тингә төшәсәк. Торлаҡ биналарын йылытыуға файҙаланылған газ хәҙер — 1 һум 81 тин, ә аш-һыу әҙерләүгә һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүгә (үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү булмағанда һыу йылытыу) 3 һум 80 тин торасаҡ.

       Элек хаҡтар 2,37, 1,74 һәм 3,62 һум ине.