6 декабрь, Шишәмбе

01 октябрь 2009 йыл, 16:44

ӨДАТУ - иң яҡшы университеттар иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

       Мәғариф өлкәһендәге "РейтОР" бойондороҡһоҙ агентлығы Рәсәй вуздарының сираттағы рейтингын төҙөнө. Был юлы университеттар фәнни ҡаҙаныштар буйынса баһаланды.

       Өфө дәүләт авиация техник университеты — илдең 50 төп юғары уҡыу йорто исемлегендә дүртенсе урында. Ул М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетынан, Санкт-Петербург дәүләт университетынан, Мәскәү инженер-физика институтынан ғына ҡалыша.

       ӨДАТУ матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында лидерҙарҙы рейтинг авторҙары бөтә донъя фәнни берләшмәһендә ғилми баҫмаларҙан цитаталар килтерелеүгә ҡарап билдәләй. Мөһимлек критерийы булып Scopus системаһы мәғлүмәттәре нигеҙендәге Хирша индексы (Н-индекс) торған.

       ӨДАТУ тағы бер алдынғы урынды биләй, быныһы — Рәсәйҙең төп ғалимдары рейтингында. Бында профессор, нанотехнологиялар кафедраһы мөдире, ӨДАТУ-ның Перспективалы материалдар физикаһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Вәлиев дүртенсе юлды биләй.