3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2009 йыл, 16:43

Халыҡ-ара ололар көнө менән!

автор: "Башинформ".

       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын бөгөн билдәләнгән Ололар көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

       "Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!

       Һеҙҙе Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым! Барыбыҙ өсөн дә был көн һеҙгә тағы ла бер тапҡыр күңел йылылығын һәм ихласлыҡ, ихтирам һәм һөйөү, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ, тыуған республика һәм бөтә ил файҙаһына башҡарған эштәрегеҙ өсөн тәрән рәхмәт белдереүгә яҡшы сәбәп булып тора.

       Тормошоғоҙ — ватансылыҡ, батырлыҡ һәм әхлаҡ, бөйөк Тыуған илебеҙгә тоғролоҡ өлгөһө ул. Һеҙ — әхлаҡи ҡиммәттәр һәм йолалар һаҡлаусы, йәш быуын өсөн таяныс һәм яҡшы өлгө.

       Йәмғиәт һеҙгә тормошто ярата белеүегеҙ, оптимизмығыҙ, ил киләсәгенә ышаныс өсөн рәхмәтле. Тирә-йүндәгеләргә һәр төрлө һынауҙарҙы үтә алыуға ышаныс биреп, был сифаттарығыҙҙы иң ҡатмарлы йылдарҙа ла юғалтманығыҙ.

       Башҡортостанда ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы социаль яҡлау дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Ололарға тормош проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ итеүсе социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларының матди-техник базаһы планға ярашлы нығытыла. Федераль кимәлдә ҡаралмаған өҫтәмә льготалар һәм пособиелар билдәләнде. Медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу маҡсатында 2008-2012 йылдарға "Ололарҙың һаулығы" айырым маҡсатлы республика программаһы тормошҡа ашырыла.

       Республикала үткәрелгән социаль сәйәсәт артабан да тыуған төбәгебеҙҙең рухи һәм мәҙәни, матди байлыҡтарын булдырыуға ҙур тырышлыҡ һалған оло быуындың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.

       Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм бәхет теләйем! Тормошоғоҙҙа ҡояшлы һәм шатлыҡлы көндәр мөмкин тиклем күберәк булһын!

       Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".