3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2009 йыл, 16:42

Газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау айлығы

автор: Марият Артюхова

       1 октябрҙә Башҡортостанда газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса сираттағы айлыҡ башлана. Уны ойоштороусы — "Газ-Сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәте — ойошмаларҙы һәм граждандарҙы әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

       Предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, акцияның төп бурысы — халыҡ, төрлө ойошмалар етәкселеге, торлаҡ хужаларының иғтибарын газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтеү мәсьәләләренә йүнәлтеү. Бигерәк тә йылытыу миҙгелендә.

       Беҙҙең төбәк газ яғыулығы менән туҡтауһыҙ тәьмин ителә. Йыл һайын, апрелдән сентябргә тиклем, газ менән хәүефһеҙ тәьмин итеү өсөн "Газ-Сервис" белгестәре республиканың газ хужалығын көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләй. Йыл буйына, раҫланған планға ярашлы, торлаҡ йорттарҙа һәм йәмәғәт биналарында ҡорамалдарҙы техник хеҙмәтләндереү үткәрелә.

       Айлыҡ 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.