9 декабрь, Йома

01 октябрь 2009 йыл, 16:41

Өфө - торлаҡ хаҡы буйынса 18-се урында

автор: Ольга Горюнова

       Быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Өфө илдең 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 33 ҡалаһы исемлегендә торлаҡ хаҡы буйынса 18-се урында тора. Был исемлеккә Мәскәү һәм Санкт-Петербург инмәй.

       "Эксперт" күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сентябрҙә 33 ҙур ҡала буйынса бер квадрат метрҙың хаҡы уртаса 2,5 процентҡа — 38 мең һумға тиклем кәмене. 2009 йыл башынан алып хаҡтар 23 процентҡа төштө.

       Өфө буйынса бер квадраттың уртаса хаҡы бөгөн 37900 һум тәшкил итә.

       2009 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса хаҡ кәмеү лидерҙары: Волгоград (39 процент), Пермь (33), Владивосток (29), Мәскәү (28), Тольятти (28).

       Новосибирскиҙа, Силәбелә, Липецкиҙа, Дондағы Ростовта, Һамарҙа хаҡтар 26 процентҡа кәмегән. Омскиҙа, Астраханда, Красноярскиҙа, Өфөлә — 25 процентҡа.