6 декабрь, Шишәмбе

01 октябрь 2009 йыл, 16:40

Уҡыусылар ҡала халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

       3 октябрҙә Спорт һарайы алдындағы майҙанда Республика ауыл хужалығы продукттары һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙары йәрминкәһе үткәрелә. Быйыл унда республиканың 98 уҡыу йорто ҡатнаша.

       Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына төрлө халыҡ ҡулланыуы тауарҙары һәм изделиелары, сифатлы, экологик саф ауыл хужалығы ризыҡтары тәҡдим ителәсәк.

       Бынан тыш, ҡунаҡтар һәм һатып алыусылар алдында Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәте үҙәгенең ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ. Ә инде башҡорт милли стилендә ҡоролған биш тирмә йәрминкәнең биҙәге булып торасаҡ.

       Йәрминкә сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.