3 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2009 йыл, 16:37

Өфөлә Халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе

автор: Эльвира Латипова

       Өфөлә Халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе үткәреләсәк. Ул Тимер юлсылар Мәҙәниәт һарайында урын аласаҡ һәм килеүселәр өсөн 3-4 октябрҙә асыҡ буласаҡ.

       Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә 25-тән артыҡ тоҡомло йөҙ ярым бесәй буласаҡ. Тере экспонаттарҙың географияһы — Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат, Ишембай, Мәләүез, шулай уҡ Татарстан, Марий Иле республикалары, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре.

       Был йәнлектәргә экспертизаны Мәскәүҙән, Силәбенән һәм Һамарҙан эксперттар үткәрәсәк.

       Тамашасылар һәм унда ҡатнашыусылар өсөн күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Өфөлә бесәйҙәр күргәҙмәһе даими, йылына ике тапҡыр үткәрелә. Ғәҙәттә, ике көндә уға бер нисә мең кеше килә.