8 декабрь, Кесе йома

30 сентябрь 2009 йыл, 16:47

Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советы үтәсәк

автор: Елена Макушина

       Йома, 2 октябрҙә, республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышы үтәсәк. Бишенсе ҙур медсоветты үткәреү урыны итеп быйыл Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш райондары һәм Мәләүез ҡалаһы һайланды. Республика Советы күсмә ултырышының девизы — "Халыҡ һаулығы — Башҡортостандың төп байлығы".

       Күсмә ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, төбәктең дауалау учреждениеларының баш врачтары ҡатнашасаҡ. Ултырыштың пленар өлөшө Мәләүез ҡалаһында үтәсәк.

       Традицияға әйләнгән республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырыштарын үткәреү бөтә кимәлдәге властарҙың тармаҡ проблемаларына, дауалау- профилактика учреждениеларының ресурстар базаһын нығытыуға иғтибарын нығыраҡ йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.