11 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2009 йыл, 16:46

Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?

автор: "Башинформ".

       Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа даталар тураһында" БР Законына ярашлы, республика биләмәһендә 11 октябрь — Республика көнө — Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө байрам көнө булып тора.

       2009 йылда Республика көнө байрамы аҙнаның ял көнөнә — йәкшәмбегә тура килә. "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа даталар тураһында" БР Законының 1-се статьяһы 3-сө пунктына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгәндә ял көнө байрам көнөнән һуңғы эш көнөнә күсерелә.

       Тимәк, 11 октябрь йәкшәмбенән ял көнө 12 октябрь дүшәмбегә күсерелә. 9 октябрь йома көндө эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.

       Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында байрам көндәре менән бәйле 2009 йылдың 10, 11 һәм 12 октябре ял көндәре булып тора.