Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Һаҡлыҡ банкында льготалы ипотека кредиты алырға мөмкин

Иҡтисад

Рәсәй Һаҡлыҡ банкының 8598-се Башҡортостан бүлексәһе менән "Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар предприятиеһы банк ҡатнашлығында төҙөлгән фатирҙарҙы һатып алыуға "Ипотека+" кредит схемаһы буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Һүҙ бында Өфөнөң Совет районы, Минһажев урамы, 271-се кварталдағы күп фатирлы торлаҡ йорт тураһында бара.

Был программаға ярашлы, физик шәхестәр льготалы шарттарҙа: түбән процент ставкаһы менән һәм башҡа күсемһеҙ милек объектын закладҡа һалмайынса кредит ала аласаҡ. Бынан тыш, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы кредит программалары ҡатнашлығында фатир һатып алғанда торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы 53 мең һумдан 47 мең һумға тиклем кәметелде, тип хәбәр итә Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Урал банкы матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть