6 декабрь, Шишәмбе

30 сентябрь 2009 йыл, 16:43

Бөгөн участка һайлау комиссияларында алдан тауыш биреү башлана

автор: Марина Шумилова

30 сентябрҙән 3 октябргә тиклем ниндәйҙер сәбәп арҡаһында 4 октябрҙә һайлау участкаһына килә алмаясаҡ һайлаусылар ваҡытынан алда участка һайлау комиссияларында тауыш бирә ала.

Быйылғы һайлау компанияһы сиктәрендә Башҡортостанда алдан тауыш биреү 18 сентябрҙә башланды һәм әлегә тиклем территориаль һайлау комиссияларында барҙы, хәҙер ул участка һайлау комиссияларына күсерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 11 октябрҙә Республика көнөн байрам итеү менән бәйле, һайлауҙар Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда бер аҙна алдараҡ үтәсәк. 4 октябрҙә — берҙәм тауыш биреү көнөндә беҙҙә төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 86 һайлау кампанияһы үтәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәләрендә — ҡала биләмәләре Советтары депутаттарын һайлау, райондарҙа төрлө кимәлдәге Советтар депутаттарын өҫтәмә һәм ҡабаттан һайлау үткәреләсәк. Дөйөм алғанда, һайлауҙар 31 муниципаль районда үтәсәк, һайлаусылар исемлегендә — 120 меңдән ашыу кеше. Тауыш биреү үткәреү өсөн 180 һайлау участкаһы төҙөлгән.