11 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2009 йыл, 16:39

Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ун көнлөк

автор: Эльмира Сабирова

       Традицион рәүештә Орджоникидзе районында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ун көнлөк район хакимиәте башлығының ветерандар менән осрашыуынан башланасаҡ. "Түңәрәк өҫтәл" артында осрашыу бөгөн, 30 сентябрҙә, үткәрелә. Шулай уҡ бөгөн "Феникс" үҙәгендә "Йәшлек йылдарын хәтерләйек" концерты һәм байрам ашы ойоштороласаҡ.

       Бынан тыш, 1 октябрҙән 30-ына тиклем яңғыҙ пенсионерҙар фатирҙарында өмәләр үткәреләсәк. 30 октябрҙә баш ҡаланың Орджоникидзе районы халҡын социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге тарафынан ҡышҡылыҡҡа ауыл хужалығы продукттары әҙерләү ойоштороласаҡ. Ун көнлөк барышында беренсе төркөм инвалидтарҙың өйҙәренә барып парикмахерҙар бушлай хеҙмәтләндерәсәк, 2010 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙыу ойоштороласаҡ, ветерандарҙың заявкалары буйынса "социаль таксиҙар" киләсәк.

       1 октябрҙән дөйөм белем биреү учреждениеларында, үҫмерҙәр клубтарында класс сәғәттәре, осрашыуҙар, микрорайондарҙың өлкән йәштәге кешеләре өсөн музыкаль кисәләр үткәреләсәк.

       Физкультура һәм спорт буйынса район комитеты программаһында ла байрам саралары планлаштырылған. Мәҫәлән, 1 октябрҙә — ветерандар араһында шахмат буйынса район турниры, ә 7-8 октябрҙә спорт фестивале үткәреләсәк, тип хәбәр итә Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.