7 декабрь, Шаршамбы

29 сентябрь 2009 йыл, 17:34

Етем балаларҙы урынлаштырыуҙың ғаилә формаларын үҫтереү

автор: Эльмира Сабирова

       30 сентябрҙә Өфөлә "Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы урынлаштырыуҙың ғаилә формаларын үҫтереү" темаһына I асыҡ ғилми-ғәмәли конференция эшләй башлаясаҡ. Уны балаларҙы рәхимһеҙ мөғәмәләнән яҡлау милли фонды, "Ғаилә" психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге, баш ҡала финанс-гуманитар академияһының Өфөләге филиалы менән берлектә Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ойоштора.

       Форумда ҡатнашыусылар араһында — РФ һәм БР дәүләт власы, урындағы үҙидара, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу өлкәһендәге эксперттар, опека һәм попечителлек органдары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, эске эштәр идаралығы, социаль яҡлау системаһы белгестәре һәм башҡалар. Улар социаль етемлек, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау проблемаларын тикшерәсәк.

       Конференция сиктәрендә тематик секциялар һәм мастер-кластар эше ойоштороласаҡ. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортона барасаҡ, унда йыл һайын үткәрелеп килгән опекундар (попечителдәр), аҫрауға бала алыусы һәм патронат ата-әсәләрҙең "Башҡортостан баш ҡалаһының иң яҡшы алмаштырыусы ғаиләһе-2009" ҡала конкурсы үтәсәк.