7 декабрь, Шаршамбы

29 сентябрь 2009 йыл, 17:33

Немец эксперттары "Гидравлика" предприятиеһында булды

автор: Любовь Колоколова

       Башҡортостан Республикаһында энергомашиналар эшләү кластеры төҙөү буйынса эшсе төркөмдә ҡатнашыусы немец эксперттары Карл-Хайнц Клингер менән Курт Хормшильд Өфөнөң "Гидравлика" агрегат предприятиеһында булдылар.

       "Гидравлика" агрегат предприятиеһы федераль дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының инвестициялар һәм инновациялар буйынса урынбаҫары Игорь Афанасьев менән предприятиеның баш конструкторы Дмитрий Тук немец ҡунаҡтарҙы производство менән таныштырҙы һәм, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек перспективаларына баҫым яһап, завод эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.

       Немец эксперттары әйтеүенсә, Германияла бер нисә ошондай предприятие бар, дөрөҫ, уларҙа эшләүселәр һаны күпкә аҙыраҡ. Ҡайһы берҙәре кластер сиктәрендә эшләй.

       Осрашыу барышында яҡтар адрестар менән алмашты һәм энергомашиналар эшләү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү буйынса тәҡдимдәр менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, беҙҙең белгестәрҙе республика продукцияһын Европала сертификациялау мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Германия сәнәғәте вәкилдәре был мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ итергә вәғәҙә итте.

       "Гидравлика" предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, ноябрь-декабрҙә танышыу маҡсаты менән Германияның ошондай уҡ производстволарына барыу планлаштырылған.