5 декабрь, Дүшәмбе

29 сентябрь 2009 йыл, 17:32

Раил Сарбаев Стәрлетамаҡта эш сәфәрендә

автор: Ольга Горюнова

       БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бөгөн Стәрлетамаҡҡа китте. Бында бөгөн ҡала өсөн бер нисә мөһим ваҡиға үткәрелә. Уларҙың береһе — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы Педагогика һәм психология институтының уҡыу-лаборатория корпусын асыу. Бинаның майҙаны 800 квадрат метр самаһы тәшкил итә. Уны реконструкциялауға 28 миллион һум аҡса һалынған. Яңы бинала психологик-педагогик профиль йүнәлештәре буйынса юғары квалификациялы педагогик кадрҙар әҙерләү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

       Уҡытыусылар һәм студенттар алдында сығыш яһап, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, республикала алып барылған социаль һәм иҡтисади сәйәсәт хатта хәҙерге көрсөк ваҡытында ла ыңғай һөҙөмтәләр бирә, тип билдәләне.

       Стәрлетамаҡта реконструкциянан һуң Никах һарайы асылды. Һарай эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да заманса төҫ алды. Ремонт үткәреүгә ҡала хакимиәте бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 18 миллион һум аҡса бүлде, республиканың Юстиция министрлығы — тағы ла 2,5 миллион һум.

       Объектты асыу тантанаһында Раил Сарбаев, Стәрлетамаҡ биләгән майҙаны, халҡының иҫәбе, индустриаль ҡеүәте, мәғариф һәм фәнни-техник потенциалы буйынса республикала икенсе ҡала булып тора, тип билдәләне. Ҡала хәҙерге ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, әүҙем үҫешә. Стәрлетамаҡ предприятиелары республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнай. Был социаль өлкә мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирергә, ҡала халҡының тормош кимәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

       Стәрлетамаҡ троллейбус паркында ун яңы машина барлыҡҡа килде. Уларҙы бөгөн ҡалаға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев тапшырҙы.

       Һуңғы ун йылда Стәрлетамаҡтың троллейбус депоһы Башҡортостан троллейбус депоһында етештерелгән 97 яңы троллейбус алды. Шулай ҙа троллейбус паркының туҙыуы ҡаланың төп проблемаларының береһе булып тора. Ул 77 процент тәшкил итә, 89 троллейбус ун йылдан ашыу файҙаланыла. Һәм был ун яңы троллейбус пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын һиҙелерлек яҡшыртасаҡ. Уларҙы һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 36 миллион һум аҡса бүленде. Был троллейбустар ҡаланың бөтә үҙәк урамдарын солғап алған маршруттар буйынса йөрөйәсәк.