7 декабрь, Шаршамбы

29 сентябрь 2009 йыл, 17:31

1 октябрҙә Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана

автор: Марият Артюхова

       1 октябрҙә Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана. Өфө мэрияһының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, был турала тейешле ҡарарға Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев 2009 йылдың 28 сентябрендә ҡул ҡуйҙы. "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеүсе предприятиелар етәкселәренә ҡулланыусыларға йылылыҡ энергияһын түбәндәге эҙмә-эҙлелектә биреүгә тотонорға йөкмәтелде: мәктәпкәсә балалар учреждениелары, дауалау-профилактика учреждениелары, мәктәптәр, уҡыу йорттары, торлаҡ фонды, социаль һәм мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендәге объекттар, сәнәғәт предприятиелары, башҡа ойошмалар.

       Әйткәндәй, социаль-инфраструктура объекттарына йылы бирә башланылар ҙа инде. Бөгөн Өфөлә 120-ләп учреждениеға йылы бирелгән.