11 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2009 йыл, 17:30

Йомабикә Ильясова Төркиәнең Тарсус ҡалаһында шағирҙар осрашыуында ҡатнаша

автор: Әхәт Салихов

       Төркиәнең Урта диңгеҙ яры буйында урынлашҡан Тарсус ҡалаһында танылған төрөк шағир-импровизаторы Караджаоглан иҫтәлегенә арналған шиғриәт кисәләре асылды. Улар 2 октябргә тиклем дауам итәсәк. Осрашыуҙа "Башҡортостан ҡыҙы" журналы мөхәррире шағирә Йрмабикә Ильясова ҡатнаша.

       Сараны асыуҙа Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрк һәйкәленә гөлләмә һалыу, Тарсус ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһен асыу, урындағы шағир һәм импровизаторҙарҙың сығыштары үткәрелде. Унан һуң Төркиәнең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән шағирҙарҙың осрашыуҙары һәм сығыштары планлаштырылған.

       Сарала Германиянан, Румыниянан, Болгариянан, Бельгиянан, Үзбәкстандан, Төркмәнстандан, Азербайжандан, Ирактан һәм башҡа илдәрҙән 100-гә яҡын шағир һәм импровизатор ҡатнаша.

       Шағирҙарҙың бындай осрашыуы Тарсуста инде һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Башҡортостан ижади интеллигенцияһы вәкиле тәүге тапҡыр ҡатнаша.