Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Президент Асҡын районына юлланды

Сәйәсәт

       Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Асҡын районына юлланды. Республика башлығы төньяҡ төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән танышасаҡ, социаль һәм иҡтисади тәғәйенләнештәге ҡайһы бер объекттарҙы ҡараясаҡ.

       Атап әйткәндә, "Танып-Агро" агросәнәғәт комплексының әле яңыртыу эштәре алып барылған малсылыҡ комплексына, Асҡын ауылындағы реконструкцияланған май заводына барырға планлаштыра. Бынан тыш, Мортаза Рәхимов "Танып" санаторийында буласаҡ, бында сәләмәтләндереү үҙәгенә килеү юлын асыуҙа ҡатнашасаҡ.

       Республика Президенты сәфәрендә БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть