8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2009 йыл, 17:28

"Башнефть" компанияһы етәксеһе - Виктор Хорошавцев

автор: Ольга Горюнова

       "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы бөгөнгө көндән Виктор Хорошавцевты был предприятиеның генераль директоры итеп тәғәйенләргә ҡарар итте.

       Бөгөнгә тиклем "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, шул уҡ ваҡытта "Система-Инвест" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының нефть һәм газ табыу буйынса беренсе урынбаҫары булған Николай Граханцев Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика компанияһының Өфө предприятиелары төркөмө сиктәрендә ойошторолған нефть һәм газ табыу компанияһын етәкләйәсәк.

       "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы составына инә, уның активтары менән идара итеүгә "Система-Инвест" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселек итә.

       "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы, Көнбайыш Себер һәм Ырымбур өлкәһе төбәктәре биләмәләрендә нефть табыуға махсуслаша. "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп акционеры булып "Система" акционерҙар финанс корпорацияһы тора.