Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Мәсетле районы менән Первоуральск Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Сәйәсәт

       Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың Мәсетле районы менән Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡала округы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Килешеүгә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Юнир Солтанов менән Первоуральск хакимиәте башлығы Максим Федоров ҡул ҡуйҙы.

       — Мәсетле районы Свердловск өлкәһе менән сиктәш, беҙҙе күп йыллыҡ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй, — тип билдәләне тантанала Юнир Солтанов. Уларҙың тамырҙары — беҙҙең тарихыбыҙҙа, дөйөм данлы эштәребеҙҙә, бөйөк Рәсәй ҡеүәтен нығытыуға төбәктәребеҙҙең индергән өлөшөнөң арта барыуында. Күп милләтле төбәктәребеҙ ҙур рухи-мәҙәни ҡеүәткә эйә. Первоуральскиҙа һәм өлкәнең башҡа ҡалаларында беҙҙең бик күп яҡташтарыбыҙ йәшәй.

       Мәсетлеләр Первоуральскиға буш ҡул менән килмәгән. Еңеү майҙанында ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте, унда район предприятиелары үҙ продукцияһын тәьмин итте. Ә район Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары йөкмәткеле концерт бүләк итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть