3 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2009 йыл, 17:42

"ОЗНА" Сербияға ҡорамал сығарасаҡ

автор: Ольга Горюнова

       "ОЗНА" акционерҙар компанияһы "НИС-Нафтагас" (Сербия) нефть компанияһы менән договор төҙөнө. Договор буйынса Октябрьский предприятиеһы Сербия компанияһына "ОЗНА-Импульс" үлсәү мультифаза ҡоролмаһы әҙерләп ебәрергә тейеш.

       Быға тиклем "ОЗНА" продукцияһының иң көнбайыш дислокация нөктәһе Рәсәйҙең Калининград ҡалаһы ине, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән.

       Яңы ҡоролма тәүлегенә 400 тонна дебитҡа иҫәпләнгән, ул Сербияның Нови сад ҡалаһы аҫтындағы ятҡылыҡтан алынған "ҡара алтын"ды үлсәйәсәк.

       "ОЗНА" компанияһы етәкселеге, был контракт оҙайлы ваҡытҡа үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектең башы булып торасаҡ, тип иҫәп тота.