7 декабрь, Шаршамбы

28 сентябрь 2009 йыл, 17:41

Башҡортостан журналистары "Бөтә Рәсәй" форумында ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

       Был көндәрҙә Сочиҙа, "Дагомыс" сәләмәтләндереү комплексында, "Бөтә Рәсәй-2009" ХIV Халыҡ-ара журналистар фестивале үтте. Унда Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ҙур делегацияһы ҡатнаша.

       25 сентябрҙә фестивалде рәсми асыу үткәрелде, унда Сочи мэры Анатолий Пахомов, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов, Халыҡ-ара журналистар федерацияһы рәйесе Джим Бумела, шулай уҡ Европа, АҠШ һәм Канада журналистар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

       Бөгөн Рәсәй журналистары конгресы үтә, унда "Матбуғатҡа нимә булды? Матбуғатты нимә көтә?" темаһы тикшерелә. Иртәгәгә эшлекле осрашыуҙар, район һәм ҡала гәзиттәре редакторҙары кәңәшмәһе, ә көндөң икенсе яртыһында фестивалде тантаналы ябыу планлаштырылған.