5 декабрь, Дүшәмбе

28 сентябрь 2009 йыл, 17:40

Өфө хакимиәте башлығы стипендиаттары билдәләнде

автор: Марина Шумилова

       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә 30 сентябрҙә 2009-2010 уҡыу йылына урта һәм башланғыс белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә уҡыусы студенттарға һәм уҡыусыларға исемле дипломдар һәм ҡала округы хакимиәте башлығы премияларын тапшырыу тантанаһы үткәрелә.

       Өфө хакимиәте башлығының исемле стипендиялары һәләтле йәштәрҙе яҡлауға, студенттарҙың сифатлы белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан баш ҡалаһында ҡала округы хакимиәте башлығы стипендиялары 1998 йылдан башлап йыл һайын бирелә. Был йылдар эсендә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының, урта һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының уҡыуҙа һәм фәнни эшмәкәрлектә ҙур уңышҡа өлгәшкән 500-ҙән ашыу студенты исемле стипендиат булды.

       Был юлы Өфө хакимиәте башлығы стипендиаттары иҫәбенә ҡала комиссияһы дәүләт урта профессиональ белем биреү учреждениеһының 23 студентын һәм дәүләт башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһының 10 уҡыусыһын индерҙе, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

       Исемле дипломдар һәм премиялар тапшырыу тантанаһы ҡала округы хакимиәтенең Ҙур залы фойеһында 16 сәғәттә башлана.