Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

"Рәсәйҙең йәш белгестәре" ойошмаһы төҙөлә

Сәйәсәт

       1 октябрҙә Тулала, Фән һәм техника йортонда, Рәсәйҙең йәш белгестәре Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу съезы үтәсәк. Унда Федерация Советы рәйесе, "Ғәҙел Рәсәй" сәйәси партияһы лидеры Сергей Миронов, Дәүләт Думаһы депутаттары, илдең 80 төбәгенән йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары ҡатнашасаҡ. Башҡортостандан был форумға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Йәмәғәт берекмәләре һәм милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Искәндәр Юлдашев барасаҡ.

       Съезды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәүге тапҡыр Рәсәйҙә социал-демократик ҡарашлы йәштәрҙе берләштереүҙе үҙ бурысы итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһы төҙөлә. Мөмкинлектәр тигеҙлеге — Рәсәйҙең уңышлы киләсәге нигеҙе. Юҡһа, күп йәш кешеләр бөгөн ғәҙелһеҙлек менән бәрелешә: уларҙың мөмкинлектәре һәм перспективалары эш һөйөүсәнлегенә һәм талантына түгел, ә, башлыса, йәшәгән урынына, социаль сығышына, аҡсаһы булыу-булмауға бәйләнгән. Яңы йәмәғәт ойошмаһы тап уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға йыйына.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть