9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2009 йыл, 17:38

Мортаза Рәхимов Болгарияның Рәсәйҙәге илсеһе менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       26 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Болгария Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пламен Грозданов менән осрашты. Республикаға ул Рәсәйҙә Болгария йылы сиктәрендә үткәрелгән Болгарияның рәсми делегацияһы сараларында ҡатнашыу өсөн килгән.

       Башҡортостан менән Болгария араһында иҡтисадта һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, ике республика араһында бәйләнештәр күптән һалынған, тик уларҙы тергеҙергә һәм үҫтерергә кәрәк. Пламен Грозданов Мортаза Рәхимовтың тәҡдимен хупланы һәм, Болгария тағы ла тығыҙыраҡ мөнәсәбәттәрҙе юлға һалыу яҡлы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Атап әйткәндә, Болгария илсеһе фекеренсә, инновациялар өлкәһендәге берлектәге проекттар перспективалы. Дипломат, Болгарияла энергияның яңы төрҙәре менән бәйле эшкәртмәләр бик тә талап ителә, тип хәбәр итте. Шулай уҡ болгар белгестәрен Башҡортостан ғалимдарының нанотехнология өлкәһендәге эшкәртмәләре лә ҡыҙыҡһындыра.

       Мортаза Рәхимов менән Пламен Грозданов туризм, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса берлектәге предприятиелар ойоштороу өлкәһендә бойомға ашырырлыҡ проекттарҙы ла тикшерҙе.