7 декабрь, Шаршамбы

28 сентябрь 2009 йыл, 17:37

Сауҙа һәм инвестициялар буйынса III Рәсәй-Һиндостан форумына әҙерлек бара

автор: Любовь Колоколова

       5 октябрҙә Рәсәйҙә Һиндостан йылы сиктәрендә Сауҙа һәм инвестициялар буйынса III Рәсәй-Һиндостан форумы үтәсәк.

       Форумды ойоштороусылар — Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Һиндостандың Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы.

       Форумдың төп маҡсаты — Рәсәй менән Һиндостан араһында сауҙа-иҡтисади һәм инвестицион бәйләнештәрҙе артабан үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итеү, Рәсәй-Һиндостан иҡтисади хеҙмәттәшлеге формаларын һәм йүнәлештәрен диверсификациялау, яңы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың оҙайлы ваҡытҡа перспективаларын, ике дәүләт компаниялары һәм төбәктәре араһында инде урынлаштырылған эшлекле бәйләнештәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдарын тикшереү. Айырыуса энергетика һәм энергоресурстар, транспорт һәм инфраструктура, юғары технологиялар кеүек секторҙарҙа партнерлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреләсәк. Сарала Рәсәйҙән һәм Һиндостандан 500 самаһы делегат ҡатнашыуы көтөлә.

       БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы бөтә ҡыҙыҡһынған предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы сауҙа һәм инвестициялар буйынса өсөнсө Рәсәй-Һиндостан форумында ҡатнашырға саҡыра.