5 декабрь, Дүшәмбе

28 сентябрь 2009 йыл, 17:37

Бизнес һәм фән аҙналығы үтәсәк

автор: Лиә Нәғимова

       Өфөлә 29 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында Бизнес һәм фән аҙналығы үтәсәк. Уны ойоштороусы — Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк бүлексәһе.

       Өс көн буйына кистәрен Рәсәйҙең әйҙәүсе техник университеттарының береһенең төп корпусында ӨДНТУ-ның Йәш ғалимдар советы рәйесе Олег Баулин етәкселегендә махсус семинар занятиелары үтәсәк.

       Нимә ул бизнес, үҙеңә пассив табыш сығанаҡтарын нисек ойоштороу һәм бизнесты нисек үҫтереү тураһында йәш белгестәргә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төп компаниялары, шул иҫәптән "Наномет" һәм Вуз-ара Технологиялар трансферы үҙәге йәш белгестәре һөйләйәсәк.