Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Омскиға "НефАЗ" автобустары ебәреләсәк

Иҡтисад

       Омск яңы автобустар һәм троллейбустарҙың ҙур партияһын ҡабул итергә әҙерләнә. Йыл аҙағына тиклем ҡала маршруттарында 41 автобус һәм 10 троллейбус барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итә "Деловой Омск".

       Яңы йәмәғәт транспорты араһында — 21 "НефАЗ" һәм 20 "ЛиАЗ" автобусы. Уларҙы етештереүселәр — "Нефтекама автозаводы" һәм "Ликинск автобусы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре. Яңы машиналарҙың хаҡы 207 миллион 240 мең һум тәшкил итә. Белгестәрҙең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, улар ГЛОНАСС/GРS юлдаш навигацияһы системаһы менән йыһазландырыласаҡ.

       "НефАЗ" автобустарының тәүге партияһы Омскиға киләһе аҙнала киләсәк. Нефтекамаға яңы транспортты ҡабул итеп алырға һәм автобустарҙы Омскиға тиклем алып барыуға договор төҙөргә Омск транспорт предприятиелары вәкилдәре килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть