Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Мәшғүллек үҙәктәре мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе

Иҡтисад

       Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында республика ҡалалары һәм райондарының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре директорҙары һәм баш бухгалтерҙарының кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмәлә БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Марат Шәйхулов ҡатнашты.

       Йыйылыусылар "Башҡортостан Республикаһы халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү" маҡсатлы программаһын һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

       Идаралыҡ начальнигы Тимерхан Биккинин үҙ сығышында билдәләүенсә, быйылғы йылдың уҙған осоронда республиканың хеҙмәт баҙарындағы төп күрһәткестәр күҙалланған сиктәрҙә ҡалды. Быға бөтә социаль партнерлыҡтар көстәрен берләштереү ярҙам итте.

       Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә төп иғтибар быйылғы йылдың бөтә яҡтан да ҡатмарлы ҡалған айҙарында хәл итергә кәрәкле бурыстарға йүнәлтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть