3 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2009 йыл, 17:30

Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Башҡортостанда БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Халыҡ-ара славян яҙыуы һәм мәҙәниәте фонды, Аксаков фонды, БР Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондары муниципаль райондары хакимиәттәре һәм депутаттар Советтары, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары, Башҡортостан урыҫтары соборы, Өфө епархияһы тарафынан ойошторолған ХIХ Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтте.

       Ике тиҫтә йылға яҡын йыл һайын Башҡортостанда үткәрелгән Аксаков байрамы күптән инде республика сиген үтеп, үҙ сараларына Рәсәй төбәктәренән генә түгел, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән ҡунаҡтар йыя.

       Байрам саралары Өфөлә, Өфө һәм Бәләбәй райондарында үтте. 27 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында Сергей Аксаков исемендәге музей асылды, ә кисен Өфөлә Сергей Аксаковтың Мемориаль Йорт-музейында ХIХ Халыҡ-ара Аксаков байрамын ябыу тантанаһы үтте.