3 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2009 йыл, 16:57

Беренсе синыф уҡыусыларын - китапханаға экскурсияға

автор: Ирина Бакке

       Өфөнөң 29-сы китапханаһы эшендәге яңы форма 54-се урта мәктәптең беренсе синыф уҡыусыларына бик тә оҡшаны. Китапхана мөдире Галина Яхина һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр яҡындағы мәктәптәрҙең беренсе синыф уҡыусылары өсөн китап уҡыусыға арнау ритуалы үткәрә. Ә унан алда китапхана фойеһы, уҡыу залы һәм һаҡлағысы буйлап экскурсия ойошторола.

       Беренсе синыф уҡыусылары каталог менән танышты, китапханала Александр Пушкин әкиәттәрен нисек эҙләп табырға өйрәнде. Уҡыусыларға китапханалағы тәртип ҡағиҙәләре тураһында һөйләнеләр. Һуңынан улар "Гришкины книжки" мультфильмын ҡараны.