9 декабрь, Йома

25 сентябрь 2009 йыл, 16:56

Волга буйы федераль округының III йәштәр профсоюз форумы

автор: Марина Шумилова

       Өфөлә, Профсоюздар йортонда, Волга буйы федераль округының III йәштәр профсоюз форумы асылды. Бындай форумдар үткәреү изге традицияға әйләнде: уларҙың тәүгеһе 2002 йылда Ҡазанда үткәрелде, һуңынан эстафетаны Пенза ҡабул итте, һәм бына хәҙер Волга буйы федераль округы йәштәр профактивын Өфө ҡабул итә.

       Форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотлау ебәрҙе.

       — Быйыл форумдың Рәсәй башланғысы менән бер рәттән ағымдағы йылды Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан иткән республикабыҙҙа үтеүе ҡыуаныслы, — тиелә ҡотлауҙа.

       Ҡотлауҙа, Башҡортостанда йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләнә. Йәштәр эштәре буйынса дәүләт һәм муниципаль органдар уңышлы эшләй. Дәүләт йәштәр сәйәсәте, йәш ғаиләләргә, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү тураһында закондар сыҡты. "Йәштәр — Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы" балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы раҫланды. "Башҡортостан йәштәре" Президент программаһы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамының республика программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо. 60-тан ашыу балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаһы эшләй.

       Эшсе йәштәр хаҡында айырым хәстәрлек күрелә. "Башҡортостан Республикаһының йәш белгесе" айырым маҡсатлы программаһы үтәлә. Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәптәре һәм бизнес-инкубаторҙар асылды. Йәш эшҡыуарҙарҙың бизнес-проекттарына булышлыҡ итеү өсөн гранттар индерелә.

       — Бөгөн, һис ҡасан булмағанса, ошо процестарҙың барыһында ла профессиональ союздарҙың роле мөһим, — тип билдәләне үҙ ҡотлауында Мортаза Рәхимов. — Социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүҙә уларҙың әүҙем ҡатнашыуы кәрәк. Һеҙгә, буласаҡ лидерҙарға, власть һәм эш биреүселәр менән артабанғы конструктив эшмәкәрлек өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеләсәк. Уның төп һөҙөмтәһе — кешеләрҙең именлеге.

       26-27 сентябрҙә форум "Черемушки" ял базаһында дауам итәсәк.