4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2009 йыл, 16:54

2010 йылғы һайлауҙарға әҙерлек башланды

автор: Мәүлиҙә Яҡупова

       Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында күп кенә мөһим мәсьәләләр ҡаралды. 2009-2010 уҡыу йылында өлкән клас уҡыусыларының "Мин — һайлаусы" унынсы республика конкурсын үткәреү тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Валерий Гета хәбәр итте. 2010 йылда Территориаль һайлау комиссияларын ойоштороу буйынса саралар комплексын раҫлау тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Елена Родина һөйләне. Ә БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Рөстәм Бикмәтов, Нурфаяз Шәймәрҙәнов һәм Евгений Былин Территориаль һайлау комиссияларында эш башҡарыу буйынса инструкция, Ишембай һәм Бөрө райондарының территориаль һайлау комиссияларындағы үҙгәрештәр хаҡында бәйән итте.

       Ултырыш башланыр алдынан БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәзитов Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе, "Газ-Сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Өфөгаз" филиалы директоры Ирек Ниғмәтуллинға БР Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһын тапшырҙы һәм уға уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.