8 декабрь, Кесе йома

25 сентябрь 2009 йыл, 16:52

Болгария парламентарийҙары менән осрашыу үтте

автор: Рауил Рамазанов

       Йома көндө, Болгария Республикаһы делегацияһының Башҡортостан Республикаһына сәфәре сиктәрендә, Дәүләт Йыйылышында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев делегация ағзалары — Болгария Республикаһы Халыҡ Йыйылышы депутаттары менән осрашты.

       Осрашыуҙа Болгария яғынан — Болгария Республикаһы Халыҡ Йыйылышы депутаттары Вяра Петрова һәм Ивелин Николов, Башҡортостан Республикаһы яғынан БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Венир Аҙнағолов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Еникеев ҡатнашты.

       Константин Толкачев Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше, Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеге, закондар сығарыу эше механизмы хаҡында ентекле һөйләне. Ул шулай уҡ Рәсәй менән Болгария араһындағы тарихи бәйләнештәргә, Болгария менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлек преспективаларына ла ҡағылды.

       Болгария парламентарийҙары Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә республика менән танышыу, Болгария менән Башҡортостан бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе, Болгария Республикаһы Халыҡ Йыйылышы эше тураһында һөйләне.

       Осрашыу йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте.