4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2009 йыл, 16:49

Мортаза Рәхимов Ислам конференцияһы эшендә ҡатнашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       24 сентябрҙә Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналы залында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "Рәсәй һәм Ислам донъяһы: тотороҡлолоҡ хаҡына партнерлыҡ" халыҡ-ара конференцияһы эшендә ҡатнашты.

       Форум Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы, РФ Сит ил эштәре министрлығы, Ислам конференцияһы ойошмаһы ярҙамында Рәсәй мөфтөйҙәре советы тарафынан ойошторолдо.

       Рәсәй мөфтөйҙәре советы рәйесе, Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдин Рәсәй Президенты Д.А. Медведевтың форумда ҡатнашыусыларға ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Рауил Ғәйнетдиндең доклады Рәсәйҙең мосолман илдәре менән мөнәсәбәтенә, дәүләт һәм дини властар институттарының эшлекле диалогын артабан киңәйтеү зарурлығына арналды.

       Конференция сиктәрендә шулай уҡ Мәскәү мэры Юрий Лужков, Сирия Ғәрәп Республикаһының баш мөфтөйө Әхмәд Бадрутдин Хассун, Ингушетия президенты Юныс-бек Евкуров, ҡайһы бер мосолман илдәре, халыҡ-ара ижтимағи һәм дини ойошмалар вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаны.

       Форумда ҡатнашыусылар алдындағы сығышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов конференцияның "Рәсәй һәм Ислам донъяһы: тотороҡлолоҡ хаҡына партнерлыҡ" тип аталыуына айырым иғтибар бүлде.

       — Был исем бигүк дөрөҫ түгел, сөнки Рәсәй Федерацияһы Ислам донъяһынан ситтә ятмай, ә Ислам цивилизацияһының миллиондарса мосолман йәшәгән айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Рәсәйҙә Ислам — Православие менән бер рәттән дәүләтте булдырыусы диндәрҙең береһе. Ислам динен тотоусы граждандарыбыҙ — Рәсәй йәмғиәтенең йылдам үҫешеүсе төркөмдәренең береһе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Рәхимов.

       Шулай уҡ, республика башлығы фекеренсә, хатта етди баҫмалар биттәрендә йыш осраған тағы бер кәмселек бар. Был "Башҡортостан — ғәйәт ҙур мосолман донъяһының төньяҡ сиге" тигән ҡараш.

       — Ошоға бәйле, беҙҙең республикабыҙҙың бөгөнгө баш ҡалаһы Өфөнөң ХVIII быуаттан башлап рәсми рәүештә Рәсәй империяһының, СССР-ҙың һәм бөгөнгө Рәсәй Федерацияһының мосолмандар баш ҡалаһы итеп танылыуын хәтерегеҙгә төшөргөм килә, — тине Мортаза Рәхимов.

       Шулай уҡ республика Президенты сығышында "Ни өсөн Рәсәйҙең баш мөфтөйө резиденцияһы сифатында Өфө һайланған?" тигән һорауға ла яуап яңғыраны.

       Республика башлығы сығышында иҡтисад өлкәһе мәсьәләләре лә күтәрелде. Шулай уҡ ул Рәсәйҙәге банк хеҙмәттәре баҙарында шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнгән Ислам банкыларының ҡатнашыуын яҡлап сығыш яһаны.

       — Эксперттарҙың баһаламаһы күрһәтеүенсә, бындай банкылар булдырыу ватан иҡтисадына күп миллионлы мосолман йәмғиәтенән, атап әйткәндә, ғәрәп-мосолман донъяһынан эре инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Ә банк бизнесы үтә күренмәле булыр һәм намыҫлы эшләр ине, — тип иҫәпләй Мортаза Рәхимов.

       Башҡортостан Президенты Ислам берләшмәһенең берҙәмлеген, тупланғанлығын нығытырға саҡырҙы. Был Рәсәйҙе артабан туплауҙа һәм уның ынтылышлы үҫешендә мосолмандарҙың тосораҡ урынын тәьмин итергә тейеш.

       Башҡортостан Президенты әйткәндәрҙең күбеһе форумда ҡатнашыусылар тарафынан ыңғай баһаланды һәм уның сығышы бер нисә тапҡыр алҡыштар менән хупланды.

       Конференция йомғаҡтарын баһалап, Мортаза Рәхимов бындай сараларҙың бөгөнгө донъяла айырыуса көнүҙәк булыуын белдерҙе. Ул шулай уҡ, мосолмандар, христиандар, башҡа диндәрҙе тотоусы кешеләр киләсәктә лә йәмғиәттә тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итер, тигән ышаныс белдерҙе.