Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Фин-уғыр халыҡтарының VI съезы бара

Сәйәсәт

       24 сентябрҙә Мордовия баш ҡалаһында Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтарының VI съезы башланды, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Мордва милли драма театрында Рәсәй фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһының башҡарма комитеты ултырышы үтте, тип хәбәр итә "Инфо-РМ" Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

       Съездың пленар ултырышы бөгөн, 25 сентябрҙә, үткәрелә. Ул 26 сентябргә тиклем барасаҡ. Һәр көнгә ойоштороусылар йөкмәткеле тығыҙ программа әҙерләгән.

       Съезда ҡатнашыусыларға Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота мөрәжәғәт итте. Ул, Волга буйы федераль округында ике миллион самаһы фин-уғырҙар: мордва, мари, удмурт, коми-пермяктар йәшәй, тип билдәләне. Шуға күрә лә Рәсәйҙең фин-уғыр халыҡтары съезы тотош Рәсәй Федерацияһы өсөн генә түгел, Волга буйы федераль округы өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора. "Был ваҡиға Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә фин-уғыр халыҡтары үҙҙәренең мәҙәни үҙенсәлеклеген һаҡлауын һәм үҫтереүен, Рәсәйҙең быуаттар буйына килгән туғандаш халыҡтар союзының тулы хоҡуҡлы ағзалары булып тороуын тағы бер тапҡыр раҫлай", — тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть